Г лавы сельского поселенияНигаматовск ого сельсовет а — КиберПедия 

Типы оградительных сооружений в морском порту: По расположению оградительных сооружений в плане различают волноломы, обе оконечности...

История развития хранилищ для нефти: Первые склады нефти появились в XVII веке. Они представляли собой землянные ямы-амбара глубиной 4…5 м...

Г лавы сельского поселенияНигаматовск ого сельсовет а

2023-01-01 58
Г лавы сельского поселенияНигаматовск ого сельсовет а 0.00 из 5.00 0 оценок
Заказать работу

 

Примечание: До 1960 года Нигаматово входила в состав

II Иткуловского сельсовета

Название сельсовета: Исполки Нигамтовского сельсовета Баймакского района Башкирской АССР.

Дата образования: 1960 год.

Реорганизация – 20 марта 2009 года.

Соединились: Второиткуловский и Нигаматовский сельсоветы.

В результате соединения образовалось Сельское поселение Нигаматовский сельсовет муниципального района Баймакский район Республики Башкортостан.

В результате соединения образовалось Сельское поселение Нигаматовский сельсовет муниципального района Баймакский район Республики Башкортостан.

1. Первым председателем исполкома Нигаматовского сельсовета был Мурзакаев Зиганур Мустафович, с 02.03.1960 -08.10.1973.

 

2. 08.06.1973 – 23.06.1976 г.г. – председатель исполкома Нигаматовского сельсовета Баймакого района Башкирской АССР Шарапова Фарида Анваровна

3. 23.06.1976 – 28.02.1985 г.г. – председатель исполкома Нигаматовского сельсовета Башкирской АССР Каримов Юлай Хамзович

 

4. 01.03.1985 – 21.10.1989 г.г. – председатель исполкома Нигаматовского сельсовета Башкирской АССР Гайсина Гузель Ишбулдовна.

 

5. 21.10.1989 – 12.12.1994 г.г. - председатель исполкома Нигаматовского сельсовета Башкирской АССР Мухаметшин Ахтям Набиевич.

 

6. 2.12.1996 – 15.06.1997 г.г. – председатель Нигаматовского  сельсовета депутатов трудящихся Баймакского района Башкирской АССР Насыров Риф Гиниятович

 

8. 16.06.1997 – 30.01.2001 г.г. – глава Нигаматовской сельской

9.

10. администрации Гайсина Гузель Ишбулдовна.

 

11. 10.02.2001 – 27.02.2004 г.г. – глава Нигаматовской сельской администрации Кагарманов Юлай Фасхитдинович.

 

12. 27.02.2004 – 16.05.2006 г.г. – глава Нигаматовской сельской администрации Кагарманов Гайсина Гузель Ишбулдовна.

 

10. 17.05.2006 по настоящее время – глава сельского поселения Нигаматовский сельсовет Вахитова Фания Гиляжовна.

 

В настоящее время сельское поселение объединяет села: Нигаматово, Верхнее-Яикбаево, Нижнее Ямкбаево, Исяново, Второе Иткулово, Баимово.

                         Управляющие делами сел ьского поселения Нигаматовский сельсовет муниципального района Баймакский район Республики Башкортостан

1. Секретарь исполкома Нигаматовского сельсовета

  11.09.1961 – 01.01.1969 г.г. Гарифуллин Шагагали Хамзович

2. 02.01.1969 – 06.08.1970 г.г. - Баймурзина Дилара Файзрахмановна

3. 06.08.1970 - 05.03.1983 г.г. – Мавлютова Закия Шарифулловна

4. 05.03.1983 – 01.03.1985 г.г. - Давлетшина Гульсира Иргалеевна

5. 01.03. 1985 – 24.05.2004 г.г. – Мансурова Венера Насиповна

6. 24.05.2004 – 16.11.2010 г.г. – Ахмерова Роза Киньзябулатовна

7. 17.11.2010 – 20.06.2014 г.г. - Мурзагалина Назифа Халиловна

8. 07.07.2014 по настоящее время – Мусина Альфия Ибрагимовна

46. Ил тарҡалһа ла колхозды һаҡланыҡ

“Таналыҡ” колхозы, мин председатель булып эшләгән һуңғы һигеҙ йылда, район буйынса, хатта ҡайһы бер күрһәткестәр буйынса республикала алдынғылар рәтенә сыҡҡайны. Район хәкимиәт башлығы Ниғәмәтуллин Акрам Әғзәм улы миңә Салауат исемендәге колхозға күсергә өгөтләй башланы. Сөнки ул хужалыҡ, һуңғы йылдарҙа ҡулдан-ҡулға күсеү сәбәпле, тамам бөлгөнлөккә төшә башлағайны. Ере, производство күләме, халыҡ һаны буйынса ул районда эреләрҙән һаналды. Унда эштәр йәнләнһә, район күрһәткестәре лә бермә-бер яҡшырыр ине.

1990 йылдың 22 декабрендә Ниғәмәт ауылы клубында колхозсыларҙың дөйөм йыйылышы мине идара рәйесе итеп һайланы. Ике көндән һуң, Мерәҫ ауылындағы йыйылышта, таналыҡтар мине бик йылы оҙаттылар, “Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған ауыл эшмәкәре” тигән юғары исем юллау тураһындадәррәү тауыш бирҙеләр.

Шулай итеп, егерменсе быуаттың утыҙынсы йылдарында, 1943-1944 йылдарҙа атайым Бикмәтов Ниғәмәт Хибәт улы колхоз рәйесе, әсәйем Шәмсиямал Мөжәүер ҡыҙы уҡытыусы, алтмышынсы йылдарҙа Вилера апайым фельдшер булып эшләгән ауылда, миңә лә эш башларға тура килде. Әйтергә кәрәк, был колхоздың эше маҡтанырлыҡ түгел ине. Уҙған 1990 йылда ерҙең өстән бер өлөшө, йәғни 1300 гектары туңға һөрөлмәй, 120 гектарҙа һолоноң, люцернаның уңышы урылмай ҡалғайны, бригадаларҙа, фермаларҙа тәртип етешмәй ине.

Үҙемдең күп йыллыҡ тәжрибәмә таянып, халыҡ менән осрашыуҙар үткәрә башланым, кешеләрҙең аһ-зарҙарын тыңланым. Ысынлап та хәл ителмәгән мәсьәләләр бихисап ине. Техника иҫкергән, малсылыҡ биналары етмәй, Ниғәмәт бригадаһында тракторҙарға йылы гараж юҡ. Үрге Яйыҡбайҙа мәктәп заман талаптарына яуап бирмәй, Түбәнге Яйыҡбайҙа йылҡы һарайы төҙөлөшө күп йылдар туҡтаған килеш тора һәм башҡалар.

Малсылыҡ фермаларында тәртип урынлаштырыу шул уҡ ҡышҡы осорҙа ыңғай һөҙөмтәләр килтерә башланы. Яҙғы сәсеүгә техниканы әҙерләүгә ҙур иғтибар бирелде. Волгоградтағы тракторҙар эшләү заводына бер-нисә механизаторҙы эшкә ебәрҙек, улар запас частар алып ҡайтты.

“Таналыҡ” колхозындағы һымаҡ бер белгес һәм бер шофер һәр төн һайын хужалыҡтың бар биналарын, мал аҙығы һаҡланған урындарҙы, төнгө ҡарауылсыларҙың, ҡаҙанлыҡ эшселәренең эшен тикшереп йөрөй башланылар. Ниғәмәттән Мөхәмәтйәнов Рим Хәмит улы бик оҫта рәссам ине. Уның менән берлектә “Крокодил” сығара башланыҡ. Уның “геройҙары” эскеселәр, ялҡауҙар, ҡырын эштәре өсөн административ комиссияға эләккәндәр булдылар. Үҙҙәренә оҡшатып эшләп, эс ҡатырлыҡ таҡмаҡтар яҙып ҡуя ине Рим Хәмит улы. “Крокодил”дың йоғонтоһо шундай көслө булды, хатта унда эләгеүҙән кешеләрҙең ҡоттары осоп тора торғайны. Колхоздың дөйөм йыйылыштары ваҡытында клубтың кеше буйы етмәҫлек бейеклеккә “Крокодил”ды элеп ҡуя торғайныҡ, сөнки кеше уны иҫтәлеккә тип алып ҡайта ине. Колхоз идараһы ҡарары менән “Крокодил”ға эләккәндәрҙең рәссамға әҙерәк эш хаҡы ла түләнек. Район мәҙәниәт йортонда Мөхәмәтйәнов Р.Х. эшләгән портреттар, рәсемдәр күргәҙмәһен дә ойошторҙоҡ. Һуңынан Өфөлә сыҡҡан “Һәнәк” журналынан килеп, беҙҙең “Крокодил”дың һәр битен фотоға төшөрөп алып киттеләр, сөнки ундағы сюжеттар тормошсан ине.

Ул йылдарҙа Башҡортостанда үҙенсәлекле эксперимент барҙы: хужалыҡ етәкселәре ауыл советы рәйестәре булды, ә ауыл советы башҡарма комитеты рәйесе уның урынбаҫары булып һаналды. Миңә, колхоз эшенән башҡа, советҡа ҡараған башҡа ойошмаларҙың эштәре менән, халыҡтың төрлө йомоштарын үтәү менән дә булышырға тура килде. Ауыл советы башҡарма комитет рәйесе Мөхәмәтшин Әхтәм Нәби улы бай тәжрибәле, яуаплы етәксе ине. Уның менә берлектә бик татыу эшләнек, шуға ла ыңғай һөҙөмтәләр көттөрмәне. Ниғәмәттә иҫке таш тирмән эшләмәй тора ине. Унда ремонт үткәреү өсөн Златоустан яңы таш алдырҙым һәм ремонт эштәрен башҡарып, он һалдыра башланыҡ. Ҡара бойҙай ярмаһы эшләп сығара торған крупарушка агрегатын да ҡуйҙырттыҡ. Унда ветерандар Сәфиуллин Сафа Фазулла улы, Күсеев Нуретдин Хәлфетдин улы, һуңынан Утарбаев Нурислам Динислам улы эшләне. Илдә үҙгәртеп ҡороу дәүеренән, йәғни 1985 йылдан башлап, дингә ыңғай ҡараш тыуҙы, сөнки коммунистик идеология һүнә башлағанға, халыҡҡа ниндәйҙер икенсе тәрбиәүи юлдар алып барырға кәрәк ине.

Түбәнге Яйыҡбай ауылының муллаһы Ишҡыуатов Мөбәрәк Әбдрәхмән улының тәҡдиме менән, 1828 йылда төҙөлгән Түбәнге Яйыҡбайҙағы мәсет бинаһына капиталь ремонт үткәрҙек һәм Яңғаҙы ауылынан һуң, райлонда икенселәрҙән булып, был мәсетте тергеҙҙек.

Баймаҡ – Икенсе Этҡол юлы Ниғәмәттең эргәһендәге “Тамаҡ” тип аталған бәләкәй генә ауыл урамы аша үтә. Машиналар күп йөрөү сәбәпле бында гел генә саң була торғайны. Халыҡ ауылдың ситенән урау юл эшләтеүҙе  күп йылдар һораған икән. Миңә, район советы депутаты булараҡ, шул мәсьәләне ҡуйҙылар. Урау юл төҙөү ҡиммәткә төшөүен һиҙгәс, ул урамға асфальт түшәнек һәм проблеманы хәл иттек.

Күп йылдар дауамында, Үрге Яйыҡбай ауылы халҡы урта мәктәп төҙөүҙе һорап, төрлө инстанцияларға ғариза яҙған икән. Колхоз прорабы Рәхимов Рәүил Сәмиғулла улы менән Юлыҡ ауылына барып, XX быуат башында уҡ алтын приискылар тотоп торған Рәмиевтар тарафынан таштан һалынғанмәсет бинаһын ҡарап ҡайттыҡ та яңы мәктәпте таштан һалырға булдыҡ. Ағастан йәки кирбестән һалыу күпкә ҡиммәткә төшөр ине. Ауыл йыйынында мәктәп төҙөр өсөн һәр ир-егет берәр машина таш алып килһен, тигән ҡарар ҡабул ителде. Беренсе йөктө мин үҙем, икенсеһен Мөхәмәтшин Ә.Н. алып килде. Хәтерләйем, 1991 йылдың 14ноябрендә Үрге Яйыҡбай бригадаһында йыйын барышында мәктәп төҙөр өсөн йөҙәрләп бетон, плита, бик күп цемент, ике мең шифер, бер-нисә тонна тимер, егерме йәшник быяла, йөҙәрләгән кубометр ағас, электр материалдары һәм башҡа әйберҙәр кәрәклеге тураһында һүҙ барҙы.

Шулай итеп, 1993 йылда электр көсө менән йылытылған, спортзалы булған мәктәп бинаһы сафҡа инде. Төҙөү хужалыҡ ысулы менән алып барылды. Был эште республиканың атҡаҙанғантөҙөүсеһе Сагателян Григорий Месроповичтың бригадаһы сифатлы итеп башҡарҙы. Мәктәп хужалыҡ ысулы менән төҙөлөү сәбәпле, проектта ҡарағандан күпкә осһоҙға төштө. Шулай ҙа хөкүмәт тарафынан бүленгән аҡса колхозға тулыһынса күсерелде. Артҡан аҡсаға “Дон” комбайндарын, бер-нисә йөк, бер һөт ташығыс машиналар һатып алдыҡ.

Әйткәндәй, 1994 йылда район хәкимиәте һорауы буйынса Салауат исемендәге колхоз тарафынан Ниғәмәт ауыл советына ҡараған Иҫән ауылында ла хужалыҡ ысулы менән мәктәп төҙөлдө. Унан килгән табыш колхоздың төп тармаҡтары булған ҡырсылыҡты һәм малсыдыҡты нығытыуға йүнәлтелде. Ырҙында 400 тонна игенһыйҙырышлы тимер келәт төҙөлдө, ҡалған келәттәрҙең иҙәндәре һәм ырҙын майҙаны асфальтланды, малсылыҡ биналары ҡалҡып сыҡты.

Түбәнге Яйыҡбай ауылында ҡырсылыҡ бригадаһы ойоштороу колхоз ҡеүәтен бермә-бер арттырҙы. Бригадир итеп ал-ял белмәй эшләгән оҫта ойоштороусы Ғәрифуллин Урал Ғәле улы тәғәйенләнде. Уның тырышлығы һәм идара ярҙамы менән ҡыҫҡа ваҡыт эсендә машина-техник мастерскойы, йылҡы һарайы төҙөлдө. Һарайҙы төҙөүҙә шефтар – Бобров Г.П. етәкселегендәге Сибайҙың СМК – 100 коллективы ҙур ярҙам күрһәтте.

Ҡырсылыҡ бригадаһы беркетелгән майҙандарҙан йыл да иген һәм мал аҙығы культураларын уңышлы үҫтерҙе, төҙөлөш өсөн делянкаларҙан күпләп ағас сығарҙы.

Йыл да эшләүе ҡыйынлаша барҙы. Колхозда етештерелеп, хөкүмәткә һатылған продукцияның хаҡы артманы, ә крәҫтиәндәр ҡулланған электр утына, яғыулыҡ-майлау, запас частарға, техникаға, ҡалған тауарҙарға хаҡтар арта барҙы. Һатылған игенгә, ит-һөткә ваҡытында иҫәпләшмәүҙәр йонсотто. Колхоз идараһына бик ҡатмарлы һынауҙар аша үтергә тура килде. Әйберләтә,йәғни бартер юлы менән алыш-бирештәр таралды. Халыҡтың көндәлек тотонған тауарҙары һатыуҙа юғала барҙы. Ә көнбайыш илдәренә шул ғынга кәрәк ине, сөнки улар Рәсәйҙе үҙ тауарҙарын һатыу өсөн ҙур өҫтәлмә баҙар, тип һананылар.

 Колхоз районда иң тәүгеләрҙән булып, коммерция магазины асты. Унда аҙыҡ-түлек, кейем-һалым, төҙөлөш материалдары, ҡашығаяҡ, хатта телевизорҙар, видеомагнитофондар эш хаҡы иҫәбенә йәки аҡсаға һатылды. Колхоз идараһыМагнитогорскиҙа айырым экспедитор тотто. Ул беҙҙең яҡташ Исламов Әлмөхәмәт Хәсән улы ине. Ул беҙҙең хужалыҡҡа кәрәк тауарҙарҙы табып ҡайтарып торҙо. Даими рәүештә ҡыйыҡ ябыу өсөн оцинковкаланған ҡалай, газ плитәләре, металл, сөй, быяла алып торҙоҡ. Колхозға ҡараған ауылдарҙа йыл һайын йөҙләгән кеше шәхси йорттар төҙөүен иҫәпләһәк, был халыҡҡа ҙур ярҙам ине, ә хужалыҡҡа өҫтәмә табыш. Килтерелгән тауарҙар күрше хужалыҡтарға ла ҡулаҡсаға һатылды.

Колхозсыларға эш хаҡын тулыһынса аҡсалата бирә алмағас, тауарлата бирергә тура килде. Мәҫәлән, Магниттағы хәрби часта эшләп киткән Ниғәмәт ауылы ҡыҙы Бикмәтова Зөлфирә Әмин ҡыҙының тормош иптәше прапорщик Климов Юрий Николаевич аша маскировка төҫөндәге 400 куртка алып, колхозсыларға тараттыҡ. Малсыларға плащ урынына химзащита кейемен бирә торғайныҡ. Кейем-һалым, мәктәп формаһы менән балаларҙы ла тәьмин итергә тура килде. Халыҡҡа тәмәке лә тараттыҡ.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Климов Ю.Н. ваҡытында Чернобылда ҡатнашып, һаулығын юғалтыу сәбәпле иртә вафат булды. Уның улы Руслан Сибай ҡалаһында ғаиләһе менән йәшәй.

Хужалыҡты һаҡлап ҡалыу, колхозсыларҙы социаль яҡтан яҡлау өсөн идара төрлө юлдар эҙләне. Талҡаҫ ял йортона, мәктәптәргә, балалар баҡсаларына ит, һөт, ҡымыҙ, ҡаймаҡ һаттыҡ. Һөттө эшкәртеү өсөн Бөрйән районынан ҙур ҡул сепараторы алып ҡайттыҡ. Ул саҡтарҙа юлдар булмау сәбәпле Бөрйәндәр хужалыҡта етештерелгән һөттәрен айыртып, май бешеп хөкүмәткә тапшыра ине. Шуға ла уларҙа ҡул сепараторҙары артығы менән булды.

Колхозда ике пилорама, ике столяр мастерскойы эшләне. Ниғәмәттәге пилорамала Таипов Салауат Байморат улы, Үрге Яйыҡбайҙа Ямлихин Фуат Самат улы, урман ҡырыҡыуҙа Яҡупов Альберт Шаһәғәле улы, Ильясов Йәмил Ғибәҙәт улы эште арыу ойошторҙолар. Столяркала Бикмәтов Айҙар Әнүәр улы, Шәрипов Сабит һәм Самат Сәғит улдары һөҙөмтәле эшләне. Ниғәмәттә тегеү цехы асылды. Унда Нарынбаева Әлифә Ғәле ҡыҙы эшләп, халыҡтың заказдарын теүәл үтәп ҡыуандырҙы.

Ниғәмәт бригадаһының заправкаһында халыҡтың машина-мотоциклдары өсөн яғыулыҡ-майлау әйберҙәре һатылды, 93-сө бензинде лә килтерҙек. Был эшкә Мөхәмәтйәнова Зифа Ғәле ҡыҙы яуаплы ине.

Ҡасандыр колхоз йәшелсәлеген үҫтереп дан тотҡан, һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Рәхимов Хисмәт Ғиниәт улы тарафынан йәшелсә баҡсаһы тергеҙелде, унда күпләп картуф үҫтерелде. Унда арендатор Фәхрисламов Шәки Салауат улы күп көс һалды. Картуфты Үзбәкстанға ебәрә торғайныҡ. Хаҡтарҙың тигеҙһеҙ булыуы сәбәпле, төп һәм ярҙамсыл тармаҡтарҙа етештерелгән продукцияның килеме йәшәү өсөн етешмәй башланы. Шуға күрә төрлө юлдар эҙләргә тура килде. Илдә барған үҙгәрештәрҙе бер туҡтауһыҙ күҙәтеп барыу ғәҙәткә кереп китте. 1992 йылда Рәсәй президенты Б.Н. Ельцин спирт эсемлектәрен етештереүҙә дәүләт монополияһын юҡҡа сығарҙы. Район һәм республика етәкселәренең рөхсәтен алып, колхозда араҡы етештереү цехын асып ебәрҙек. Уның өсөн тутыҡмаған тимерҙән ҡорамал эщләп,спиртты шәкәрһеҙ һәм әсеткеһеҙ көйө, бойҙайҙан ғына ҡыуҙыҡ. Бер кг бойҙайҙан ҡырҡ һумлыҡ араҡы сыға торғайны, производство рентабеллеге 500% -ҡа етә ине. Ауыл хужалығы продукцияһының бер төрө лә ундай табыш килтерә алманы. Район етәкселеге менән һөйләшелгән буйынса, араҡыны фәҡәт Магнитогорск ҡалаһындағы коммерция магазиндарына оҙаттыҡ. Колхозсыларға өй төҙөүгә, туй һәм юбилей үткәреүгә генә һаттыҡ. Шулай итеп, илдәге иҡдисат емерелеп барған дәүерҙә, шул араҡы етештереү цехы табышы арҡаһында, колхоз үҙ ваҡытында налогтарын түләп торҙо, запчастар, яғыулыҡ-майлау һәм башҡа әйберҙәрҙе һатып алды, эш хаҡын үҙ ваҡытында түләне. Әйткәндәй, күп хужалыҡтар уны минималь кимәлдә, 63 250 һум ғына итеп түләй торғайнылар, ә Салауат исемендәге колхозда уртаса эш хаҡы 237 000 һум самаһы булды. Хаҡтар деноминацияға, йәғни аҡсаларҙы үҙгәртеп баҫҡанға тиклемге кимәлдә күрһәтелде. Шуға ла колхозсылар фиҙәҡәр хеҙмәт өлгөһө күрһәттеләр ҙә инде.

Ләкин төрлө ялыуҙар күбәйҙе, республиканың “Йәшлек” гәзите бер-нисә мәртәбә ғәйепләү мәҡәләһе баҫып сығарҙы, етмәһә акциз налогын түләргә кәрәк ине.Ошоларҙы иҫәпкә алып, ул цехты ябырға тура килде.

Колхоз ерҙәре Йылайыр районы менән сикләш булды, Бөрйән районы ла эргәлә. Шул мөмкинлектәрҙе файҙаланып, Баймаҡ районы Икенсе Этҡол, Йылайыр районы Күркәтау, Бөрйән районы лесничестволары аша ағас ала башланыҡ. Уны таҡтаға ярып, башҡа тауарҙарға алмаштырҙыҡ. Мәҫәлән, Ҡаҙаҡстандың Аҡтүбә өлкәһе Щербаковский совхозы етәкселәре менән танышып, эш мөнәсәбәттәре булдырҙыҡ. Ул совхоздың 90 мең һөрөнтө ере бар ине, Советтар заманында иң ҙур совхоздарҙың береһе ине.

Ҡоролоҡ йылдарында шуларҙан ағасҡа алмаштырып, күпләп иген фуражы, сифатлы он, кузовлы “Урал” мотоциклдарын алдырҙыҡ. Колхоздың хужалыҡ эштәре мөдире Йолғотлин Мотаһар Зиннур улы бик танышып барыусы кеше ине. Сибайҙағы баҡыр-көкөрт заводының тимер юлы етәкселәре аша, эшкә яраҡһыҙ тип танылған рельстарҙы ул күпләп ташый башланы. Уларҙы беҙ төҙөлөштә киң ҡулландыҡ, халыҡҡа, күрше хужалыҡтарға һаттыҡ. Таулы йылғаһындағы күпер боҙолғас, ул вагон платформаһын алып ҡайтып, күпер урынына һалды.

Төрлө тарафтарҙа уңышлы эшләгән яҡташтар менән тығыҙ бәйләнеш булдырҙыҡ. Баймаҡ ОРС-ы етәксеһе Вәлиев Сәйғәфәр Әбүбәкир улы дефицит тауарҙар менән ярҙам итте. Өфө нефте-химия заводында эшләгән химик фәндәр кандидаты Мәүлитов Риф Фәтих улының ярҙамы арҡаһында яғыулыҡ-майлау әйберҙәренә, дизель майына ҡытлыҡ булманы.

Билдәле ғалим Әсфәндиәров Әнүәр Зәкир улының әсәһе Түбәнге Яйыҡбай ауылынан булған. Шуға күрә районға килгән һайын, колхоздың баш ветврачы Суфиянов Хисмәтулла Дәүләтҡол улына һуғылып китә торғайны. Шул өйҙә осрашып таныштыҡ. 1994 йылда райондың бөтә ауылдарында ла шәжәрә байрамдарын үткәрергә ҡарар сығарылғас, Әнүәр Зәкир улы, беҙҙең халыҡҡа архивтарҙан мәғлүмәттәр табыу буйынса, күп тапҡырҙар ярҙам итте, 16 араның шәжәрәһен табып, уларҙы байрамда тәбикләнек. Шәжәрәне өйрәнеү арҡаһында күптәр үҙ туғандарын тапты, тоҡомдарын барланы. Байрамда Үрге Яйыҡбайҙан Ильясовтарҙың шәжәрәһе беренсе урынды алды. Район һабантуйында ла улар беренсе урын өсөн көрәште.

Һуңыраҡ Әнүәр Зәкир улының ҡатыны Клара еңгәйҙең туғаны булған Башҡортостан малсылығы буйынса ғилми-тикшереү институты директоры Бикбулатов Зиннур Ғизелхаҡ улы менән таныштырҙылар. Ул да колхозға күп ярҙам итте: белорусь тракторын, УАЗ машинаһын бушлай бирҙе. Мәғлүмәти яҡтан да хеҙмәттәшлек булдырҙыҡ. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы эшмәкәре, баш зоотехник Буранбаев Зәйнулла Заһит улы тырышлығы менән һәм институт белгестәре ярҙамында Үрге Яйыҡбай һөтсөлөк, сусҡасылыҡ һәм йылҡысылыҡ фермалары тоҡомсолоҡ исемен яуланылар. Сит хужалыҡтарға, райондарға, өлкәләргә тоҡомло малдар һатып, күп табыш алынды.

Колхоз идараһы малсылыҡҡа, бигерәк тә һарыҡсылыҡҡа иғтибарҙы ныҡ бүлде. Баш экономист Бикмәтов Рафиҡ Әмин улы яңы закондарҙы өйрәнә барып, производствоны яңыса алып барыу юлдарын эҙләне. Ҡырсылыҡта бер-нисә аренда звенолары булдырылды. Колхоздың бөтә тармаҡтары ла бер-береһе һәм идара менән чек кнәгәләре аша алыш-биреш алып барҙы. Был колхозсыларҙың эш һөҙөмтәләренә ҡыҙыҡһыныуын арттырҙы, продкуцияның үҙ ҡиммәтен кәмеүгә килтерҙе. Ҡырсылыҡ звеноһы етәкселәре булып, төрлө йылдарҙа эшләгән Мансуров Фирғәт Ғәлимйән улы, Мусин Ғәлләм Әғзәм улы, Әминев Әбүзәр Заһит улы эште арыу ғына ойошторҙолар. Әримов Урал һәм Юлай Хәмзә улдары, баш агроном Ҡаһарманов Юлай Фәсхетдин улы, баш инженер Байегетов Рәүил Айса улы, механик Әхмәров Фәнил Ғаззали улы ҡырсылыҡты күтәреүҙә күп көс һалдылар. Йыл һайын игендең уңышы үҫә барҙы. Ҡаты ҡоролоҡ булһа ла, 1995 йылда эш йомғаҡтары буйынса, Баймаҡ тәжрибә хужалығынан һәм “Таналыҡ”тан ҡалып, өсөнсө урынға сыҡты. Был агротехниканың йылдан-йыл үҫешеүен күрһәтә ине.

Аҡһымға бай мал аҙығы үҫтереүгә лә иғтибар көслө булды. Үрге Яйыҡбайбайҙа Рәсүлев Әйүп Мөхәмәткилде улы бригадир булған саҡта, ун бер гектарҙа козлятник баҫыуы барлыҡҡа килде. Шуны әйтергә кәрәк, был культураны үҫтереп алып китеүе шул тиклем ҡыйын, ләкин бер нығыһа 15 йыл.уйына мул уңыш килтерә. Һуңынан баш агроном Ҡаһарманов Ю.Ф., бригадир Яҡупов И.Н. һәммеханизаторҙарҙың тырышлығы менән ул культура тағы ла 60 гектарҙа үҫтерелде. Шуға күрә һуңғы бер-нисә йылда Салауат исемендәге ауыл хужалығы кооперативы сенаж һалыу буйынса районда беренселәр рәтендә килә.

1995 йылдың һөҙөмтәһе буйынса Түбәнге Яйыҡбай звеноһы Башҡортостандың атҡаҙанған эшмәкәре Ғәрифуллин У.Ғ. етәкселегендә һәр гектарҙан15,6 центнер иген үҫтереп, район ярышында еңеүсе булып танылды. Был еңеүҙе килтереүсе механизаторҙар: Әхмәров Фәрит, Ишҡыуатов Хөсәйен, Кәримов Урал, Ғатауллин Садиҡ, Рәхимов Хәбир, Дисәнов Батыр, уның улдары Рәмил һәм Камил. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, Хәсәнов Миндиәхмәт ағай звеноға яҡындан тороп ярҙам итте.

Беренсе һанлы Ниғәмәт звеноһынан Мырҙағәлин Зиннур, Ҡаһарманов Рәил, Күсеев Айрат, Хәсәнов Рәүил, Әхмәтов Миңдеғол, Мөхәмәтшин Әфтәр, Рахманғолов Акрам, Рәхимов Рәфил бик тырышып эшләнеләр.

Икенсе һанлы Ниғәмәт звеноһынан Ниғәмәтуллин Юлай, Ижад һәм Иршат Ғатауллиндар, Кәримов Рәйес, Мөхәмәтйәнов Рәүеф, Өмөтбаев Әхәт фиҙәҡәр хеҙмәт күрһәттеләр.

Өсөнсө һанлы Үрге Яйыҡбай звеноһынан Нөғәмән һәм Миңдехан Фәйзуллиндар, Әғләм һәм Мөрит Ҡолһариндар, Рахманғолов Айрат, Монасипов Фәхретдин, Ишҡыуатов Хөснулла, Вәлеев Рәүил бик шәп эшләнеләр. Электрик Раев Мазһар Йыһанур улы ферманы ла, мастерскойҙы ла, халыҡты ла хеҙмәтләндерҙе. Техник яҡтан хеҙмәтләндереүҙә машина ихатаһы мөдире Бикмәтов Әхтәм Әнүәр улы, сварщик Күсеев Усман, слесарҙар Зөлҡәрнәев Йәмил, Хәсәнов Фәйзулла,Ғатауллин Мөхтәр ватылған техниканы тиҙ сафҡа баҫтырҙылар. Мастерскойҙа элек Т-130 тракторында эшләгән Ильин Ирмәк моторист, Ғаббасов Ишбулат токарь булды. Ырҙын табағы коллективы етәксеһе Ҡаһарманов Батыр Фәсхетдин улы йәйен-ҡышын эшләне. Ҡыш буйы яҙғы сәсеү эштәренә орлоҡ таҙаланды, ағыуланды. Ураҡ ваҡытында 6-7 мең тонна иген таҙаланып, элеваторға оҙатылды, фуражға, орлоҡҡа һалынды. Йыл әйләнәһенә бөтә фермалар ярма менән тәъмин ителде. Унда механизатор Аллаяров Садиҡ Заһит улы, келәт мөдире Рәсүлев Ишмөхәмәт Фәйзулла улы, эшселәр Ишмөхәмәтова Гөлдәр Бәғәҙәт ҡыҙы, Ғаббасова Зөөлхизә Әхмәт ҡыҙы, Фәрхетдинова Миңлебикә Зәйнетдин ҡыҙы, Ғаббасов Мансур Аллабиҙе улы ваҡыт менән иҫәпләшмәйенсә эшләнеләр. Утарбаев Самат Ғәйнислам улы ырҙында электрик булды, МТМ-ны ла, халыҡты ла хеҙмәтләндерҙе.

Автопарк коллективы үҙ эшенә яуаплы ҡараны. Төрлө йылдарҙа уның етәкселәре булып Юлғотлин Мотаһар Зиннур улы, Алтынғужин Ришат Мостафа улы, Дәүләтов Ишбулды Ишмулла улы эшләне.

Шоферҙар Йәмлихин Самат, Әмиров Әкрәм, Фәрит һәм Ринат Мансуровтар, Хәмитйән, Хөсәйен һәм Нурғәле Хасановтар, Миҙхәт, Тәлғәт һәм Йәүҙәт Ғәббәсовтар, Зәбир һәм Риза Ниғмәтулиндар, Сәғит һәм Рәшит Йәһүҙиндәр, Сәлихов Һөйөндөк, Исмәғилев Мирза, Рәхимов Нур дәртләнеп эшләнеләр. Кәримов Фәтхетдин Кәҫтәрән улы күп йылдар һөт ташыны. Машинаһы иҫкергәс, ул яҡын күргән вездеходты республика етәкселәре аша алып бирҙек.

Малсылыҡ тотороҡло табыш килтерә торған тармаҡ ине. Район эсендә тик Ниғәмәттә генә берҙән-бер һөтсөлөк комплексы булды. Унда ике һауын гурты урынлашҡайны. Береһендә Иҫәнбаев Әхмәҙулла Хәмит улы, икенсеһендә Мусин Ринат Вәхит улы етәксе булды.

Үрге Яйыҡбайҙағы өсөнсө һауын гуртында Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Танһыҡҡужин Сәхиулла Нури улы оҙаҡ йылдар мөдир булды. Был коллектив районда алдынғыларҙан һаналды, “Тоҡомсолоҡ фермаһы” исемен алды. Ниғәмәт ауылында эре мөгөҙлө йәш малдарҙы аҫраған фермала Кәримов Юлай Хәмзә улы, сусҡа фермаһында Уразбаева Әлфиә Мөхтәр ҡыҙы, Түбәнге Яйыҡбайҙағы эре мөгөҙлө йәш малдар һәм йылҡысылыҡ фермаларында Рәхимов Рәсүл Сәмиғулла улы етәксе булды.

Малсылыҡ тармағында төрлө йылдарҙа уңышлы эшләнеләр: баш зоотехниктар Йолғотлин Әмир Ишбулды улы, Бураньаев Зәйнулла Заһит улы; баш ветврачтар Суфьянов Хисмәтулла Дәүләтҡол улы, Рахманғолов Булат Әширәф улы; тоҡомсолоҡ буйынса зоотехник Танһыҡҡужин Камил Сәхиулла улы. Улар бар көсөн, бар белемен йәлләмәйенсә хеҙмәт иттеләр.

Һәр ун көн һайын фермаларҙа йыйылыштар үткәрелде, алдынғылар тәбрикләнде, премиялар бирелде. Алдынғылар рәтендә булдылар: Үрге Яйыҡбайҙан һауынсылар Ғәрифуллина Ғәлиә, Рәхмәтуллина Фирҙәүес һәм Рәмилә, Мусина Фәриҙә.

Малсылар: Рахманғолов Әширәф, Ямлихин Әхәт, веттехник Ямлихин Әхмәр.

Ниғәмәттән һауынсылар: Суфьянова Фариза, Хөсәйенова МәҙинәМөхәрләмова Фәрзәнә, Ниғәмәтуллина Миңзифа, Утарбаева Әлфиә, Таипова Сәлимә; быҙау ҡараусылар Таипова Валентина, Мөхәрләмова Таңһылыу; малсылар Сәлихов Шәһәғәле, Ғәлимйәнов Фәнил; веттехниктар Бибиниязов Тәлғәт, Мөхәрләмов Шәфҡәт.

Сусҡа фермаһында Сафин Ғәлим, Уразбаев Ирмәк; йәш малдар үҫтереү фермаһында Рәүеф һәм Рәсих Мостафиндар, Мәүлитов Айрат.

Түбәнге Яйыҡбай фермаһынан малсылар: Хәсәнов Хажғәле, Хажин Шөғәйеп, Сыңғыҙов Нурғәле; йылҡысылар: Мырҙағәлин Рәсих, Йәнтурин Азамат, Әмиров Ғәлимйән; бей һауыусылар: Сәлихова Ҡәмәриә, Мәжитова Зәкиә; веттехник Суфъянов Рәйес.

Мал күп булды, шуға эш тә күләмле ине. Эре мөгөҙлө мал ике меңдән ашыу, шул иҫәптән һауын һыйырҙары – 650, сус3алар – 700, аттар – 260 баш булды. Мәҫәлән, 1993 йылдың апрель айында малдарға көндәлек ашатылған аҙыҡ ошолай ине: ярма – 6 тонна, бесән – 7 тонна, силос һәм сенаж – 46, һалам – 12 тонна.

Йыл һайын бер-нисә малсылыҡ һарайы төҙөлдө, ҡалғандарына ремонт үткәрелде. Һыуыҡ булыу сәбәпле, сусҡа фермаһында күрһәткестәр түбән ине. Унда 400 киловатлы трансворматор ҡуйып, бәрәстәр үҫкән ерҙәге иҙәнде электр менән йылыттыҡ. Шул арҡала үрсемде күпләп ала башланыҡ, дәүләткә һимертелгән сусҡаларҙы тапшырҙыҡ, халыҡҡа йөҙәрләп бәрәстәрен һаттыҡ.

Әйткәндәй, колхозсыларға эш хаҡы иҫәбенә быҙауҙар ҙа тараттыҡ, халыҡ малдарының тоҡомдары яҡшырҙы. Шәхси хужалыҡтарҙан артып ҡалған һөттәрҙе йыйыу эшендә Ғатауллина Зәлифә район буйынса гел чемпион булды.

1994 йылда Ниғәмәт һөтсөлөк фермаһындағы бер һарай стенаһы ишелә башланы. Мин, аҡса һорап, төрлө инстанцияларға, ауыл хужалығы министрлығына йөрөй башланым. Мин ул ваҡытта республика колхоздары советы рәйесенең урынбаҫары, Рәсәй Аграр союзы Үҙәк советы ағзаһы инем. Рәсәй дәүләт Думаһы депутаты, яҡташ Ғәлиев А. М. Менән берлектә ремонт өсөн 1,5 миллиард һум аҡса алырға өлгәштек.

1995 йылда 600 миллион һумлыҡ төҙөлөш материалдары, шул эстән цемент, шифер, тимер, быяла, сөй, буяу һатып алдыҡ һәм бер-нисә бинаны ремонтлап ҡуйҙыҡ. 1996 йылда, мин Сибайға эшкә күсерелгәс, ҡалған 700 миллион һум райондың башҡа хужалыҡтарына бүлеп бирелә. Салаут исемендәге колхозға хатта бер сөй ҙә эләкмәй.

Эш барышында малсыларҙың эш шарттарын яҡшыртырға тырыштыҡ.

 Малсылыҡ инженеры Ибраһимов Йәүҙәт Сәғәҙәт улы тарафынан, фермаларҙа, йәйләүҙәрҙә молокопроводтар үткәрелде, һөт һыуытҡыстар ҡуйылды. Үре Яйыҡбай фермаһының иҙәндәренә резинокорд түшәтелде, тимер торбаларҙан мал аҙығына улаҡтар ҡуйылды. 1994 йылда Ниғәмәт фермаһының “Шөгөр” йәйләүен яңыса үҙгәртеп ҡорҙоҡ. Һыйырҙар һауған ергә таҡта һарай эшләнде, иҙәне асфальтланды, тиҙәк түгеүгә скважина ҡаҙылды, транспортер ҡуйылды. Һауынсылар йәшәгән йорттар ремонтланды, мунса төҙөлдө, рация ҡуйылды. Шунан һуң унда район семинары үтте.

Колхоздың бухгалтерия эшсәндәре лә ул йылдарҙа ҙур тырышлыҡ күрһәтте. Йыл әйләнәһенә һалым түләү буйынса һәм башҡа йүнәлештәрҙә закондар үҙгәреп торҙо, баш бухгалтер Биҡҡолова Фәүҡинур Мирасбай ҡыҙы өйрәнә барҙы. Ул бик талапсан булды, үҙ эшен яҡшы белде. Уның алыштырғыһыҙ ярҙамсылары Дәүләтшина Гөлсирә Ирғәле ҡыҙы, Шәһимов Мозафар Йәғәфәр улы, Ғәббәсова Гөлсирә Хәжғәле ҡыҙы булды.

Экономик бүлектә бер-бер артлы етәкләнеләр: Бикмәтов Рафиҡ Әмин улы, Мирғазиева Рида Мырҙағәле ҡыҙы, Ғәҙелшин Фәнүр Хәкимйән улы.Кадрҙар бүлегендә тәүҙә Дәүләтшин Факил Сөләймән улы, һуңынан Ғайсин Мазһар Әғзәм улы эшләне.

Үҙгәртеп ҡороу башланғас, Советтар Союзындағы күп саралар юҡҡа сыҡты. Шуларҙың береһе – хужалыҡтар араһындағ<


Поделиться с друзьями:

Типы сооружений для обработки осадков: Септиками называются сооружения, в которых одновременно происходят осветление сточной жидкости...

Семя – орган полового размножения и расселения растений: наружи у семян имеется плотный покров – кожура...

Индивидуальные и групповые автопоилки: для животных. Схемы и конструкции...

Таксономические единицы (категории) растений: Каждая система классификации состоит из определённых соподчиненных друг другу...



© cyberpedia.su 2017-2024 - Не является автором материалов. Исключительное право сохранено за автором текста.
Если вы не хотите, чтобы данный материал был у нас на сайте, перейдите по ссылке: Нарушение авторских прав. Мы поможем в написании вашей работы!

0.056 с.