Мурзагалин Амир Гильметдинович — КиберПедия 

История развития пистолетов-пулеметов: Предпосылкой для возникновения пистолетов-пулеметов послужила давняя тенденция тяготения винтовок...

Двойное оплодотворение у цветковых растений: Оплодотворение - это процесс слияния мужской и женской половых клеток с образованием зиготы...

Мурзагалин Амир Гильметдинович

2023-01-01 73
Мурзагалин Амир Гильметдинович 0.00 из 5.00 0 оценок
Заказать работу

Кавалер Ордена «Знак Почета» (1976), награжден медалью «За доблестный труд» (1970), знаком «Отличник народного просвещения РСФСР» (1979), Почетным знаком “За доблестное служение Баймаку” (2015). Делегат съезда Всесоюзного общества «Знание» (1977 год, май, г.Москва).

Мурзагалин Амир Гильметдинович родился 4 января 1937 года в д. Нижнеяикбаево Баймакского района.

 Амир Гильметдинович пошел по стопам отца. Окончил Нигаматовскую семилетнюю школу, Темясовское педучилище, исторический факультет БГУ. В 1960 году после службы в рядах СА начал педагогическую деятельность учителем Саитбатталовской начальной школы, потом Нигаматовской восьмилетней школы. Одновременно активно работал секретарем комсомольской организации колхоза «Урняк». В 1967 году был избран секретарем партийного комитета партийной организации колхоза «Салават». С марта 1975 года стал работать председателем колхоза.

Он показал себя не только как талантливый организатор, но и как честный руководитель, служащий своему народу. По его инициативе были построены зерносклад на 8000 ц, столовая и общежитие на 12 человек на территории зернотока, лагерь труда и отдыха для учащихся (для школы выделяется 54 га земли), водохранилище на реке Сакмагош. При нем МСО (Межколхозная строительная организация) начинает стройку животноводческого комплекса на 600 дойных коров. При строительстве свиноводческого комплекса используется хозрасчетный метод экономики, что было для колхоза в то время очень тяжелым и сложным. В д. Верхнеяикбаево строится коровник на 200 голов, клуб, медпункт, школа, детсад. В 1976-77 годах были установлены 15 и 30 тонные весы на территории сеновала и зернотока, был приобретен зерноочистительный агрегат ЗАВ-20, закуплена пасека на 40 ульев, организуется овощеводческое звено. По инициативе Мурзагалина А.Г. на средства колхоза в 1978 году построена трехэтажная типовая школа. 1979 году открывается детский сад. В то же время строится 2-этажное кирпичное административное здание правления колхоза и сельсовета, двухэтажный 16 квартирный дом для специалистов колхоза и школы. Силой колхоза были проложены насыпные дороги в д. Верхне и Нижнеяикбаево.

 До выхода на заслуженный отдых плодотворно работал учителем истории и обществознания в Нигаматовской средней школе. Супруга – Янбекова Лира Исхаковна, талантливый педагог, любимый учитель русского языка и литературы многих выпускников, награждена знаком «Отличник просвещения РСФСР», Почетной грамотой Министерства просвещения РСФСР.

Амир Гильметдинович являлся депутатом сельсовета и райсовета, членом райисполкома, с 1974 года член районного Пленума КПСС, кандидат Пленума КПСС БАССР.

   Мурзагалин Амир Гильметдинович прошел достойную, активную жизнь на первых позициях района, он вел активную общественную жизнь и после выхода на заслуженный отдых. Так, в 2015 году в свои 78 лет Амир Гильметдинович был награжден Почетным знаком «За доблестное служение Баймаку».

Мырҙағ әлина (Яҡупова) Сәғәҙәнә Сәхиулловна

Көрәй тоҡомо Әлтәфетдин улы Ғилметдин Мырҙағәлиндың янында һәр ваҡыт уң ҡанаты булып һөйөклө ҡатыны Сәғәҙәнә Сәхиулловна булды.

Сәғәҙәнә Сәхиулловна хәлле йәшәгән Яҡупов Сәхиулла һәм Заһитаның ете балаһы араһында иң өлкәне, 1914 йылғы, 2 Этҡол ауылында тыуған. Бик күп мал, ҡош-ҡорт аҫыраған, иген үҫтергән Сәхиулла репрессия елен алдан һиҙемләп оло ҡыҙы Сәғәҙәне актив коммунист Ғилметдин Мырҙағәлинға кейәүгә биреп өлгөрә. Мул, етеш йәшәгәне, алдынғы ҡарашлы булғаны өсөн Яҡупов Сәхиулла «халыҡ дошманы» мөһөрө ала һәм ҡалған ете балаһы һәм ҡатыны менән Себергә – Иркутск өлкәһе Черемховоға һөрөлә.

Сәғәҙәнә Сәхиулловна ауылдың бөтә эштәренең алғы һыҙығында йөрөй. Ауыл Советы депутаты ла, алдынғы һауынсы ла, оҫта ҡымыҙсы ла булып колхозға фиҙакәр хеҙмәт итә. Ире Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булып өс бала менән яңғыҙ ҡалған Сәғәҙәнә иренең балаларҙы нисек булһа ла белемле итергә, тигән хыялын да тормошҡа ашыра. Йәғни, хәҙерге көндә Ғилметдин һәм Сәғәҙәнә Мырҙағәлиндәрҙең 3 балаһы - Дамир, Әмир, Фирүзә Мырҙағәлиндар ҙа, бөтә 13 ейәне лә юғары белемле. Бүләләре лә ошо традицияға тоғро ҡалып бөгөнгө көндә юғары уҡыу йорттарында белем алалар. Ысын мәғәнәһендә Мырҙағәлин Ғилметдин һәм Сәғәҙәнә тоҡомон юғары белемлеләр династияһы тип атарға мөмкин.

Мырҙағәлин Дамир Ғилметдин улы – юғары белемле уҡытыусы. 45 йыл балаларға белем һәм тәрбиә бирә. Мерәҫ мәктәбенең директоры булып уңышлы эшләй. Башҡортостан Республикаһының мәғәриф алдынғыһы, «Фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы менән наградланған, хеҙмәт ветераны. Ғәлиә Әхмәтхан ҡыҙы менән 5 бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Бөтәһелә юғары белемле.Ҡыҙы Минзәлә Дамировна Рәми Ғәрипов исемендәге гимназияның юғары категориалы уҡытыусыһы булып эшләне, хәҙер хаҡлы ялда, халыҡ табибәһе. Улы Радмир Дамирович -Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты,Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Өфөлә йәшәй.Улы Зәкий Дамирович -философия фәндәре кондидаты, медицина университеты доценты, Өфөлә йәшәй. Ҡыҙы Нурия- юғары белемле уҡытыусы, 4 бала әсәһе, Баймаҡта йәшәй. Улы Илшат-ике юғары белемле,Мерәҫ мәктәбе уҡытыусыһы булып эшләне. Дамир Ғилметдин улы 14 ейәнгә ҡартатай.

      Мырҙағәлин Әмир Ғилметдин улы-юғары белемле,Рәсәйҙең мәғәриф алдынғыһы. Оҙаҡ йылдар колхозда партия ойошмаһы секретары, колхоз рәйесе була.

    Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы,Рәсәйҙең мәғәриф алдынғыһы Лира Исхаҡ ҡыҙы менән биш бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Бөтәһелә юғары белемле. Улы Таһир – афған һуғышы ветераны,ауыл ғужалығы институтын тамамланы, Сибай ҡалаһыннда йәшәй һәм эшләй. Улы Талип Магнитогорск тау институтын тамамлыны, ошо уҡ ҡалала йәшәй һәм эшләй. Улы Тәлғәт-ике юғары бемле, Магнитогорск дәүдәт университетын, Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте академияһын тамамлап хәҙерге көндә урман хужалығында әйҙәүсе белгес булып эшләй, Ниғәмәт ауылында йәшәй. Ҡыҙы Әлфиә - Стәрлетамаҡ дәүләт университетын тамамланы, Сибай ҡалаһында йәшәй уҡытыусы булып эшләй. Улы Илһам йәшләй генә мәрхүм була.Әмир Ғилметдин улы 9 ейәненә ҡартатай булып, 2016 йылдың йәйендә, 79-сы йәшендә мәрхүм була.

Фирүзә Ғилметдин ҡыҙы юғары белемле, оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгән уҡытыусы. РСФСР-ҙың Мәғариф Министрлығы грамотаһы менән наградланған. Тормош иптәше Әхмәтйәнов Уразбек менән 4 бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Бөтәһелә юғары белемле. Улы Азамат- авиация интитутын тамамланы, Өфөлә йәшәй һәм эшләй. Рәмилә- Башҡорт дәүләт университетын тамамланы, Мәскәүҙә йәшәй. Ҡыҙы Зөһрә лә- Башҡорт дәүдәт университетын тамамлап Ҡуянтау мәктәбендә директор урынбаҫары булып эшләй. Улы Заһир- Башҡорт дәүләт университетын тамамлап әлеге көндә Сибай институның өлкән уҡытыусыһы. Фирүзә Ғилметдин ҡыҙы 10 ейәнгә ҡартәсәй.Әлеге көндә Ҡаҡтуғай ауылында йәшәй. Тормош иптәше хөрмәтле имам-хатип Әхмәтйәнов Уразбек Хәбибйән улы 2017 йылда 83-сө йәшендә мәрхүм булды.

   Бына шундай матур балар һәм ейәндәр үҫтерҙе тыл ветераны Сәғәҙәнә Мырҙағәлина.

Тәлғәт Мырҙағәлин

44. Мусин Ибраһим Әйүп улының ғаиләһе

Мусин Ибраһим Әйүп улы 1936 йылдың 23 октябренда Баймаҡ районы Таулыҡай ауылында Әйүп һәм Вәспиямал Мусиндар ғаиләһендә алтынсы бала булып донъяға килә. Балалыҡ йылдары ауыр һуғыш йылдарына тап килә, аслыҡ-яланғаслыҡ күреп, күп михнәттәр менән үҫеп етә.

 

 

 Тыуған ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, колхозда төрлө эштәрҙә йөрөп ала.

1955 йылда Совет Армияһына хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Польшала 3 йыл ярым өлкән механик булып хеҙмәт иткәндән һуң, алыҫ Воркута ҡалаһына сығып китә, киске мәктәптә 10 класс белеме ала. Бер үк ваҡытта «Воркутуголь» комбинатында эшсе булып та йөрөй. Һуңынан, мәктәпте тамамлағас, электровоз машинисы булып эшләй.

1962 йылда тыуған яҡтарына ҡайтып төшә һәм Ленин исемендәге колхозда эшләй башлай.Уҡытыусылар етешмәү сәбәпле, белемле егет Баймаҡ районы мәғариф етәкселеге ҡарары буйынса 1964 йылда Ҡуянтау һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә хеҙмәт дәресен алып бара башлай, ә инде 1968 йылда Ниғәмәт урта мәктәбенә физкультура уҡытыусыһы тип тәғәйенләнә.

Ошо уҡ йылда башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Мансурова Венера Насип ҡыҙы менән тормош юлын бәйләй. Бергә тормош көтә башлағас, Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына ситтән тороп уҡырға инә һәм 1969 йылдың 1 сентябренән тарих дәрестәрен уҡыта. Бер-бер артлы өс бала донъяға килә: Резеда, Илшат һәм Әлфиә. 1988 йылдан алып 1998 йылда хаҡлы ялға сыҡҡансы Үрге Яйыҡбай төп дөйөм белем биреү мәктәбенда уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары булып эшләй. Башҡортостан Республикаһы хеҙмәт ветераны миҙалы менән бүләкләнә.

 

 

 

Намыҫлы хеҙмәте өсөн 1994 йылда Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы исемле маҡтаулы исемгә лайыҡ була.

Тормош юлдашы Мансурова Венера Насип ҡыҙы 1946 йылда 2-се Этҡол ауылында тыуған. 1962 йылда 2-се Этҡол һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, Белорет педагогия училищеһын уҡырға инә.

 1966 йылда тамамлап, Ниғәмәт урта мәктәбенә башланғыс кластар уҡытыусыһы итеп тәғәйенләнә. 1985 йылдан 2004 йылдың май айына тиклем Ниғәмәт ауыл Советында эштәр идарасыһы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Әлеге көндә лә Ниғәмәт ауылында йәшәй. Ниғәмәт ауыл биләмәһендә ветерандар Советы рәисе.

Ҡыҙы Резеда 1969 йылдың 28 мартында тыуған. Ниғәмәт урта мәктәбен тик яҡшы билдәләргә тамамлап, Башкорт дәүләт педагогия институтының физика һәм математика факультетына уҡырға инә. Тормош юлдашы Һунаршин Борхан Сәлимйән улы менән 1991йылда ҡулдарына диплом алып Кәрешкә урта мәктәбендә эш башлайҙар. Өс ул үҫтерәләр: Ринат, Булат, Заһит. Борхан Сәлимйән улы 20 йылдан ашыу Кәрешкә мәктәбе директоры булып эшләй, күп һанлы Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәсәй Федерацияһы мәғариф алдынғыһы исемдәре бар. Улдары Ринат һәм Булат Силәбе дәүләт агроинженерия академияһын тамамлай. Заһит Өфө энергетика яғыулыҡ колледжының Баймаҡ филиалында белем ала.

 

 

Ләйсән Мусина конкурста

 

Улы Илшат 1972 йылдың 6 июлендә тыуған. Тыуған мәктәбендә урта белем алғас, шоферлыҡ курстарында уҡый һәм 1990 йылдан алып водитель танытмаһына тап төшөрмәй эшләй. Әлеге көндә Баймаҡ ҡалаһында йәшәй, ҡатыны Фәнзилә Ғәлимйән ҡыҙы менән Ләйсән һәм Рәсимә исемле ҡыҙҙар тәрбиәләйҙәр. Ҡыҙы Ләйсән «Саптар» хореография студияһы солисткаһы, күп бейеү конкурстары еңеүселәре.

Ҡыҙы Әлфиә 1977 йылдың 28 майында тыуған. 1984 йылда Ниғәмәт урта мәктәбенә уҡырға бара. 1994 йылдан 1999 йылға тиклем Башҡорт дәүләт педагогия институтының математика һәм физика факультетында белем ала. Уны уңышлы тамамлағас, Йәнйегет урта мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай. Тормош юлдашы Урманов Наил Һөйөндөк улы менән 2001 йылдан Әбделкәрим урта мәктәбендә хеҙмәт юлын дауам итә. Ике ҡыҙ: Нургөл һәм Наилә,бер ул: Айҙарҙы үҫтерәләр. Хәҙерге көндә Ниғәмәт ауыл биләмәһе ауыл хакимиәтендә эштәр идарасыһы булып эшләй.

 

 

Резеда Ибраһим ҡыҙы тормош юлдашы Әлфиә Ибраһим ҡыҙы – эштәр идарасыһы

 Борхан Сәлимйән улы һәм Әлфиә

 Ибраһим ҡыҙы тормош юлдашы

 Урманов Наил Һөйөндөк улы менән.

 

Айҙар,Нургөл, Наилә Урмановтар                      Тыуған йортта ҡунаҡта

 

Яҙҙы:Әлфиә Мусина.


Поделиться с друзьями:

Археология об основании Рима: Новые раскопки проясняют и такой острый дискуссионный вопрос, как дата самого возникновения Рима...

Папиллярные узоры пальцев рук - маркер спортивных способностей: дерматоглифические признаки формируются на 3-5 месяце беременности, не изменяются в течение жизни...

Организация стока поверхностных вод: Наибольшее количество влаги на земном шаре испаряется с поверхности морей и океанов (88‰)...

Поперечные профили набережных и береговой полосы: На городских территориях берегоукрепление проектируют с учетом технических и экономических требований, но особое значение придают эстетическим...



© cyberpedia.su 2017-2024 - Не является автором материалов. Исключительное право сохранено за автором текста.
Если вы не хотите, чтобы данный материал был у нас на сайте, перейдите по ссылке: Нарушение авторских прав. Мы поможем в написании вашей работы!

0.03 с.