Мечеть с 200-летней историей. — КиберПедия 

Поперечные профили набережных и береговой полосы: На городских территориях берегоукрепление проектируют с учетом технических и экономических требований, но особое значение придают эстетическим...

Опора деревянной одностоечной и способы укрепление угловых опор: Опоры ВЛ - конструкции, предназначен­ные для поддерживания проводов на необходимой высоте над землей, водой...

Мечеть с 200-летней историей.

2023-01-01 55
Мечеть с 200-летней историей. 0.00 из 5.00 0 оценок
Заказать работу

Мечеть – это дом Всевышнего, нашего Творца. Каждый раз, переступая порог этого родного дома, все мирские проблемы мы оставляем позади. Именно здесь люди вспоминают свои грехи и ощущают себя самыми ничтожными рабами Аллаха. Начиная со времён Пророка Мухаммада (мир ему и благословение) и до сих пор, мечеть является главным местом сбора мусульман. Именно здесь передавались знания, новости, обсуждались воп-росы, которые волновали мусульман. Дом Всевышнего на протяжении всей истории развития Ислама играла важную объединительную роль. Для тех, кто построил мечеть или был участником в этом благом деле, Аллах обещал построить дом в Раю.В этой статье хотелось бы рассказать про историю од-ной мечети, которая находится в южной части Республики Башкортостан. На данный момент она считается самой старинной и входит в число памятников истории и культуры республики. Точная дата строительства этой мечети неизвестна. По словам нынешнего имама мечети Хасанова Рамиля Сафаргалеевича, первое упоминание в архивных документах об этой мечети датируется 1861 годом. Но в сохранившемся дневнике бывшего имама Мусина Хариса пишется, что она была построена ещё раньше. «Мой тесть Каримов Хидият, сын Мухаметши, рассказал, что где-то в 1800-х годах жил в деревне просвещённый мусульманин по имени Корай. Ему было в районе 35–40 лет. Все жители деревни помогают Кораю совершить хадж. После возвращения с хаджа он сообщает односельчанам о своем намерении построить мечеть рядом с рекой Амандык. Они искренне поддерживают Корай-хаджи, и каждый помогает, чем может.

Примерно в 1808–1810 годах по инициативе Корай-хаджи появляется первая мечеть в деревне». Данная мечеть была построена для двух деревень, которые расположились недалеко друг от друга. Название деревень происходит от имени юртового старшины Яикбая Мурзакова (1739–1817). Один назывался Верхнее Яикбаево, второе Нижнее Яикбаево. В этих двух деревнях в 1795 г. проживало 203 человека. По данным ревизии в обеих деревнях к 1859 г. насчитывалось около 680 человек. В 1920 г. в обеих деревнях проживало более 1000 человек. Видно, что количество жителей в деревнях росло, а в то время практически во всех крупных деревнях строились мечети. Из архивных документов можно про-следить дальнейшую судьбу этой мечети. Корай-хаджи после Отечес-твенной войны ещё раз совершает хадж. Передают, что после приезда он сказал: «Наша река Амандык (первое значение реки означает «благопо-лучие») – это уголок Рая». Корай-хаджи умирает примерно в 1826 г. У него остаётся сын Мухаметша. Он также был просвещённым в вопросах религии. А его сын Хидият проучился в медресе «Расулия» великого башкирского и татарского шейха Зайнуллы Расулева. Хидият-хазрат был имамом мечети в дер. Яикбаево в период с 1898–1956 гг. Он отличался ясным умом, ис-кренностью, гуманностью. За эти качества все его в деревне уважали. От первой жены у него был сын Кастаран (1904 г.р.). Несмотря на тяжёлые времена, Хидият-хазрат старался обучить сына религиозным наукам. Затем Кастаран уезжает на фронт. В 1943 г. он пропадает без вести. У него остается сын Фатхетдин. Внук Кастарана Салих продолжает дело деда Хидията и на протяжении 50 лет служит имамом мечети в Яикбаево. В период советский власти начинаются массовые разрушения мечетей и церквей, репрессии священнослужителей. Мечеть в дер. Яикбаево тоже намеревались переделать под клуб. Однако авторитет Хидият муллы был очень высоким, его все уважали и никто не осмеливался идти против него. В сохранении этой мечети помогает первый комсомолец Муртаза Аллаяров. Но, тем не менее, Хидият-хазрату приходится провести в тюрьме некоторое время. Ходят легенды о том, что когда пришли люди разрушить мечеть, доски от стен мечети не поддавались рубке, стали бить этих людей. Они испугавшись, больше не вернулись. В 1932 г. Хидият-хазрат возвращается. Он восстанавливает дела мечети, сразу же начинает проводить пятничные хутбы. В дневнике Мусина Хариса говорится про него следующее: «Тесть до конца своей жизни ухаживал за мечетью и благоустраивал её, держал в чистоте. Когда он уже слёг из-за болезни, то поручил Гинияту стать имамом мечети». Гиният Бу-ранбаев (1886–1971 г.р.) становится имамом, после него Суфьянов Дав-леткул. Однако из-за влияния политики страны на население, мечеть становится заброшенной. Её даже в определённый период используют как хранилище для зерна. С наступлением 90-х годов начинается период перестройки. Власть меняет отношение к религии. В связи с этим начинается восстановление мечети. Мусин Харис отметил эту дату: «Сегодня 1991 год. 27 сентября мечеть в дер. Нижнее Яикбаево словно заново родилась. Ре-монтные работызакончились, в связи с этим состоялось торжественное открытие. Председатель колхоза Бикметов И.Н. поблагодарил всех, кто участвовал в восстановлении мечети, и вручил подарки». С тех пор прошло 23 года. Произошли серьёзные изменения в политике, в экономике и социальной жизни страны. Эти перемены не обошли и деревню Яикбаево. Закрылись колхозы и совхозы, которые обеспечивали работой жителей деревни. Молодёжь в связи с поиском заработка переехала жить в большие города. В деревне Нижнее Яикбаево на данный момент проживают всего около 155 человек. В основном пенсионеры. В связи с малым количеством детей, школа закрыта, они ходят учиться в соседнее село. Клуб и медпункт также не функционируют. Единственным местом сбора населения осталась мечеть. Еженедельно проводятся пятничные хутбы, отмечаются все основ-ные праздники мусульман. Даже начинались проводиться уроки для детей по основам Ислама. Однако зимой практически невозможно находиться в старой деревянной мечети. По всему фундаменту и стене образовались щели, откуда сильно дует, окна тоже требуют замены. Данная мечеть относится к 217 приходу Центрального Духовного управления мусульман. По словам имама Р.С. Хасанова, ЦДУМ обещало провести полную реставрацию мечети, уже заложена смета и сделан проект, но дата всё перемещается, и теперь поступление средств на ремонт ожидается только в 2015 году. «Остаётся ждать и проявить терпение, надеяться на милость Всевышнего», – говорит, улыбаясь Рамиль Сафаргалеевич. Данная история маленькой деревни показывает нам, как сплочённость и единство жителей деревни вокруг Ислама помогли им сберечь дом Всевышнего. Их благие намерения сыграли важную роль в сохранении религии. Даже в тот период, когда не была развита транспортная сеть, люди понимали важность соблюдения всех столпов религии и стремились к тому, чтобы среди них были те, которые совершили паломничество. Оказанная помощь паломнику давала им надежду на милость Всевышнего. Жаль, что сейчас в республике наряду со строительством огромных мечетей с внушительным бюджетом не находится средств на восстановление исторически важных памятников, которые на протяжении веков сохраняли единство народа. Пусть Всевышний поможет в восстановлении этой мечети и защитит наши сердца от чёрствос-ти. Аминь!

                       Ляйсан Бахтиева.  (Материал взят из сайта http://islam.ru/)

40.Ниғәмәт мәктәбе тураһында

 

Ниғәмәт ауылында тәүге ликбез мәктәп 1927 йылда асыла. Уны асыуҙы ойоштороусы һәм тәүге уҡытыусы Урманшин Сәит була. 1928 йылдан уҡытыусылар булып Бикмәтова Шәмсиямал, Әминева Зөһрә эшләйҙәр.

1931 йылда ликбез нигеҙендә тәүге башланғыс мәктәп асыла. Ул йылдарҙа уҡытыусы булып Мәмбәтҡолов Әбүзәр эшләй. Ошо уҡ йылдарҙа Азаматов Ғәлимйән, Ҡорбанова Рауза, Камалова Маһи мәктәптә уҡыталар. 1934 йылда мәктәптең директоры булып Сәлимов Тажетдин Хәйретдин улы эшләй. 1942 йылда ошо ауылда башланғыс, Икенсе Этҡол мәктәбендә ете йыллыҡ белем алған, артабан Темәс педучилищеһын тамамлаған Ғатауллин Абдулла Ғөбәйтулла улы уҡытыусы булып килә. Ләкин күп тә үтмәй уны фронтҡа алалар һәм кесе лейиенант дәрәжәһендә хеҙмәт иткән Ғатауллин А.Ғ. 1943 йылдың 22 авгусында батырҙарса һәләк була.

Ауыр һуғыш йылдарында Ниғәмәт башланғыс мәктәбендә уҡытыусы булып Мотаева Рәйсә, Мотаева Файза, Иҙрисов Ғәйзулла, Имельбаев Дауыт. эшләйҙәр. Һуғыштан һуңғы ҡатмарлы осорҙа уҡытыу эшенә Бураншин Ғөбәйт, Мәғәфуров Әхтәм бар көсөн һала. Улар мәктәптең материаль базаһын нығытыуға, всеобуч ҡағиҙәләрен үтәүгә ынтылалар.

1949-50 уҡыу йылында бишенсе класс асыла. Уҡытыусылар сафына Дияров Кәрим Мөхәмәҙиә улы, уның ҡатыны Сөләймәнова Фәрзәнә киләләр.

1950-1951 уҡыу йылына яңы мәктәп бинаһы төҙөлөп бөтә һәм мәктәп ете йыллыҡ итеп үҙгәртелә. Мәктәптең директоры булып Рафиҡов Камил Фәттәх улы эш башлай. Ошо йылдарҙа мәктәпкә Баймурзина Фәриҙә Ҡолтоғужа ҡыҙы, Асаинова Сәғирә Суфьян ҡыҙы, Сиргалин Ишбулды Нурғәле улы, Усманова Рауилә Сибәғәт ҡыҙы уҡытырға килә.

1960 йылда яугир –уҡытыусы Абзаков Әхмәтситдыҡ Ибраһим улының, директор Ноғоманов Йосоп Әхмәт улы тырышлығы менән яңы мәктәп төҙөлә һәм 1961 йылдың ғинуарынан уҡыуҙар яңы бинала башлана.

1961-1962 уҡыу йылынан Ниғәмәт мәктәбе һигеҙ йыллыҡҡа әйләндерелә. Мәктәптең директоры булып яугир-уҡытыусы Лоҡманов Мансур Ибәтулла улы эш башлай. 1966-1967 уҡыу йылынан беҙҙең мәктәп урта мәктәп итеп үҙгәртелә. Мәктәп ошо йылдарҙа тулы көскә эшләй башлай, уҡыусылар һаны күбәйә, материаль база нығына, педагогик коллектив туплана. Уҡытыусылар белемдәрен камиллаштырыу өҫтөндә эшләй, ә был үҙ сиратында белем һәм тәрбиә биреүҙең сифатына ыңғай йоғонто яһай. 60-70-се йылдарҙа Ниғәмәт урта мәктәбендә Түбәнге һәм Үрге Яйыҡбай балаларынан тыш Икенсе Этҡол, Байым, Иҫән, Һаҡмар ауылы балалары ла белем ала. Был йылдарҙа юғары белемгә эйә булған кадрҙар мәктәп коллективын тулыландырҙы: Сөләймәнова Әминә Нәжметдин ҡыҙы, Йәнбәкова Лира Исхаҡ ҡыҙы, Зекрина Мөнирә Ғәббәс ҡыҙы, Алтынгужина Тәнзилә Хажи ҡыҙы, Алтынгужин Мостафа Хажи улы, Мырҙағәлин Әмир Ғилметдин улы, Ниғмәтүллина Миңзифа Насип ҡыҙы, Мөхәмәтйәнов Фәрит Әбдрәхим улы, Ғәлимйәнов Рәил Әхәт улы, Әхмәҙуллина Фирҙәүес Борис ҡыҙы, Хәсәнова Менәүәрә Ғәлимйән ҡыҙы, Кәримов Фәтхулла Зәйнетдин улы, Юлмөхәмәтова Рәйлә Хәлфетдин ҡыҙы, Иҫәнбаева Рәйсә Миҙхәт ҡыҙы, Ҡорманаева Фәрзәнә Йәүҙәт ҡыҙы эшкә килә.

1978 йылда Салауат исемендәге колхоз үҙ аҡсаһына өс ҡатлы 469 балаға иҫәпләнгән заманса мәктәп һалдыра. Был мөһим ваҡиғаның инициаторы булып колхоз рәйесе Мырҙағәлин Әмир Ғилметдин улы тора. Мәктәпте начальнигы Савосин В.С., участка мастеры Каменев А.В. булған 545-се ПМК төҙөй. Мәктәп директоры Лоҡманов М.И. был эшкә күп көс һала. Был яуаплы вазифаны ул 1960 йылдан 1986 йылға тиклем лайыҡлы башҡара. Ҙур, иркен мәктәптә уҡытыусылар ең һыҙғанып эшкә бирелә. Мәктәп уҡыусылары өсөн производство уҡытыуы ойошторола. Егеттәр тракторсы- машинист, ә ҡыҙҙар һауынсы-лаборант һөнәренә эйә булалар. 80-се йылдарҙа мәктәптең производство бригадаһы бик актив эшләй һәм ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшә. Был эште ойоштороусы Ғәлимйәнов Рәил Әхәт була. Мәктәпкә Салауат исемендәге колхоз тарафынан 97 га ер беркетелә, һәм уҡыусылар ошо баҫыуҙы һөрөп, сәсеп, уңыш алалар, төрлө опыттар үткәрәләр. Мәктәп уҡыусылары район ғына түгел, ә республика кимәлендә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп 1983 йылда 2-се урын, 1989 йылда 3-сө урын яулайҙар. 7 класс уҡыусыһы, уҡыусылар бригадаһының бригадиры Мырҙағәлин Тәлғәт 1983 йылда Мәскәүгә ВДНХ-ға барып ҡайта.

Ниғәмәт мәктәбе уҡытыусылары уҡытыуҙы яҡшы ойоштороуҙары, алдынғы идеялар ҡулланыуҙары менән районда, республикала танылыу яулай. 1982 йылда рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Йәнбәкова Лира Исхаҡ ҡыҙы, Хәсәнова Менәүәрә Ғәлимйән ҡыҙы стандарт булмаған дәрес, 1990 йылда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Иҫәнбаева Рәйсә Миҙхәт ҡыҙы һәм Хәмитова Земфира Нурәхмәт ҡыҙы республика кимәлендә асыҡ дәрес үткәрәләр. Уларҙың дәрестәре республика вәкилдәре яғынан ҙур баһа ала.

Мәктәп был йылдарҙа спорт ярыштарында ла алдынғы урындарҙан төшмәй. Физкультура уҡытыусыһы Фәтхулла Зәйнетдин улының уҡыусылары бигерәк тә йүгереү, саңғыла уҙышыу, туризм, волейбол буйынса көслө булалар. 1978 йылда улар район кубогын яулайҙар.

1986-1995 йылдарҙа Ниғәмәт урта мәктәбенә директор итеп Кәйекбирҙин Кирәймәргән Әғзәм улы тәғәйенләнә. Белемле, алдынғы ҡарашлы етәксе осоронда мәктәп тағы ла тырышып эшләй. Хаҡлы ялға китеүсе уҡытыусылар урынына яңы белгестәр килә. Уҡыусыларҙың юғары уҡыу йортона инеүе арта. Уҡыусылар йыл һайын тиерлек туристик экскурсияларға йөрөйҙәр, Союз кимәлендәге Артек, Орленок, Океан лагерҙарында ял итәләр. Математика уҡытыусыһы Мәғзүрә Ғаяз ҡыҙы Баязитова мәктәптә «Өмөт» фольклор ансамбле ойоштора. Ансамбль район, республика кимәлендә ҙур уңыштар ҡаҙана.

1988-1989 уҡыу йылында мәктәпкә тәүге өс «Электроник» компьютеры килә. Был мәктәп өсөн ҙур ваҡиға була. Уларҙы эшләтеп, көйләп ебәреү менән физика уҡытыусыһы Мөхәмәтйәнов Өлфәт Хәмит улы шөғөлләнә.

1994-1995 йылдарҙа Ҡазан ҡалаһында үткән, ЮНЕСКО тарафынан ойошторолған Бөтә Рәсәй форумында ҡатнашып, Рәсәйҙең 19 регионынан ҡатнашҡан 77 мәктәп араһында Ниғәмәт мәктәбе «Мәктәп-пилот» исеменә лайыҡ була. 1993 йылда башланғыс кластар уҡытыусыһы Ишмырҙина Гөлйемеш Хөрмәт ҡыҙы республика кимәлендә үткәрелгән «Йыл уҡытыусыһы» конкурсында 2-се урын яулай. 1996 йылда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында үткәрелгән «Йыл уҡытыусыһы» республика конкурсында Иҫәнбаева Рәйсә Миҙхәт ҡыҙы иң яҡшы ун уҡытыусы иҫәбенә инә.

1995 йылдан алып 2008 йылға тиклем мәктәпте абруйлы, тәжрибәле директор Мөхәмәтйәнов Фәрит Әбдрәхим улы етәкләй. Был йылдарҙа заман талабы буйынса юғары белем престижлыға әйләнә. Мәктәпкә бер төркөм йәш белгестәр эшкә килә. Мәктәпте тамамлаған уҡыусылар күпләп вуздарға уҡырға инергә тырыша. Ошо йылдарҙа мәктәпте медалға тамамлаусы уҡыусылар арта. Уҡыусылар район, республика кимәлендә үткән олимпиадаларҙа яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Сығарылыш класы уҡыусыларына берҙәм дәүләт имтихандары тапшырыу индерелә. Йыл да тиерлек, мәктәп баҡсаһында эшләп, ҙур ғына килем алалар. Был аҡса мәктәпкә кәрәк-яраҡтар алыу өсөн тотонола. Балалар менән был эште биология уҡытыусыһы Ғарифуллин Рауил Ғәле улы оҫта ойоштора. Бигерәк тә 2000,2001,2002 йылдарҙа уңыш яҡшы була. Бынан һуңғы йылдарҙа мәктәп баҡсаһына Мусина Зифа Әхмәдулла ҡыҙы етәкселек итә.

2008-2010 йылдарҙа мәктәп директоры булып Һибәтүллин Ринат Нурмөхәмәт улы эшләй. Был осорҙа мәғариф системаһында оптимизация, филиализация процестары башлана. 2008-2009 уҡыу йылындаТүбәнге Яйыҡбай башланғыс мәктәбе Ниғәмәт урта мәктәбенең филиалына әйләнә. 2009-2010 уҡыу йылына Түбәнге Яйыҡбай уҡыусылары беренсе кластан уҡ Ниғәмәт мәктәбенә уҡырға киләләр. Балаларҙы мәктәпкә йөрөтөү өсөн мәғариф министрлығы тарафынан 22 урынлыҡ ПАЗ автобусы бирелә. Ошо уҡыу йылында Үрге Яйыҡбай мәктәбе лә филиалға әүерелә. Был уҡыу йылында мәктәптә оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләүсе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Хәмитова Зимфира Нуриәхмәт ҡыҙы БР Президентының Грантына лайыҡ була.

2010 йылдан 2016 йылға тиклем мәктәп директоры булып Рәхмәтуллин Юлай Йосоп улы эшләй. Юлай Йосоп улы тәүге көндәрҙән үк мәктәпкә ремонт үткәреү өсөн күп көс һала. Мәктәптең күп тәҙрәләре евротәҙрәләргә алмаштырыла, йылытыу системаһы яңыртыла, яңы насос ултыртыла. «Уңайлы мөхит» федераль программаһы буйынса мәктәпкә 2 млн 200 мең һумлыҡ капиталь ремонт эшләнә. Был аҡсаға 1-се этаждың ҡыйығына ремонт эшләнә, мәктәпкә ингән урын йүнәтелә, пандус эшләнә, башланғыс кластар блогына ремонт, тәҙрәләргә ремонт, эске туалет эшләнә, логопедия кабинеты йыһазландырыла, ЛФК, психолог кабинеты, тренажер зал булдырыла. Бөтә был эштәр мәктәптә физик мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы уҡытырға мөмкинлек бирә. Шулай уҡ заман талаптарына яуап биргән информатика кабинеты алына. Мәктәп уҡыусылары был йылдарҙа зона, район олимпиадаларында уңышлы сығыш яһай, ғилми-тикшеренеү эштәрендә әүҙем ҡатнаша. БДИ тапшырыу буйынса мәктәп уҡыусылары яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Бигерәк тә математиканан Кәримова Рәйлә Хәлфетдин ҡыҙы, Хәсәнов Рөстәм Хәмитйән улы, рус теле һәм әҙәбиәте буйынса Мусина Әнисә Харис ҡыҙы, Ғатауллина Флүрә Ғәлимйән ҡыҙы уҡыусыларҙы имтихандарға әҙерләү буйынса күп көс һала. Ниғәмәт мәктәбе «Йыл мәктәбе» район конкурсында алдынғы урындарҙы яулай. 2011йылда балалар баҡсаһы мәктәпкәсә төркөм булып мәктәптең штат режимына индерелә.

2013-2014 уҡыу йылында балаларҙы уҡыуға йөрөтөүҙе еңелләштереү маҡсатында мәктәпкә 13 урынлыҡ Газель автобусы бирелә.

2016 йылдың сентябренән мәктәп директоры итеп Иҫәнбаев Наиль Әхмәҙулла улы тәғәйенләнә. 2016-2017 уҡыу йылы башында мәктәптең спорт залына ремонт эшләнә. Уның барышында спорт залының тәҙрәләре, иҙәне яңыртылды, балалар өсөн кейенеп-сисенеү бүлмәләре ремонтланды.

Быйылғы 2016-2017 уҡыу йылында Ниғәмәт урта мәктәбендә 152 уҡыусы, филиалда 12 уҡыусы белем ала. Шул уҡыусыларҙың 55-е Үрге һәм Түбәнге Яйыҡбай мәктәбенән йөрөп уҡый. Ике автобуста балаларҙы мәктәпкә йөрөтөү ойошторолған. Мәктәп уҡыусылары быйылғы уҡыу йылында район, республика кимәлендәге сараларҙа әүҙем ҡатнаша. 11 класс уҡыусыһы Йәһүҙина Миләүшә рус әҙәбиәтенән, 8 класс уҡыусыһы Байғөбәкова Яҙгөл рус теленән район олимпиадаһы призерҙары булдылар. 10 класс уҡыусыһы Ильясова Әлфиә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса район олимпиадаһында 1-се урын яулап, республикала район намыҫын яҡланы. 8 класс уҡыусыһы Байғөбәкова Яҙгөл Башҡортостан мәҙәниәте буйынса шулай уҡ республика олимпиадаһында ҡатнашты һәм призер булды. “Дорогами Отечества” ғилми-тикшеренеү эштәре конкурсында 9 класс уҡыусыһы Мостафина Гөлйөҙөм районда 1-се урын алды һәм республика этабында ҡатнашыу хоҡуғы алды. Ошо уҡ уҡыусыбыҙ уҡыусыларҙың Кесе фәндәр академияһы сиктәрендә үткәрелгән ғилми-тикшеренеү эштәре конкурсында ла республика этабында мәктәптең һәм райондың намыҫын яҡлаясаҡ. Шулай уҡ “Дорогами Отечества” конкурсында Ильясова Әлфиә һәм Рәхмәтуллин Заһир 3-сө урынға лайыҡ булдылар. Бынан тыш зона, район кимәлендә үткрелгән башҡа сараларҙа уҡыусылар әүҙем ҡатнаша һәм призлы урындар яулай. Мәктәптең уҡытыу-тәрбиә эшендә уҡытыу-тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары Ишмырҙина Гөлйемеш Хөрмәт ҡыҙының һәм тәрбиә эштәр буйынса урынбаҫар Хәсәнов Рәмил Сәфәрғәли улының роле ҙур.

Быйылғы уҡыу йылында мәктәп спорт өлкәһендә лә һынатмай. Хәсәнов Урал (9 кл.) йүгереү буйынса ярыштарҙа районда беренселекте бирмәһә, Ғатауллин Ильяс (11 кл) йөҙөү буйынса уңышлы сығыш яһай. 2001-2002 йылғы егеттәр волейбол буйынса районда беренсе урын алып, Урал аръяғы райондары араһында ҡатнашып 3-сө урын яуланылар.

Мәктәптә тәрбиәүи эш юғары кимәлдә ҡуйылған,халҡыбыҙҙың йолалары,йыр,ҡурай сәнғәте,фольклор өлгөләре менән берлектә алып барыла.Был тәңгәлдә оҙаҡ йылдар ди- ректорҙың тәрбиәүи эш буйынса урынбаҫары булып эшләүсе,БР-ның мәғариф алдынғыһы һәм атҡаҙанған мәғариф хеҙиәткәре Рәмил Сәфәрғәле улы һәм музыка уҡытыусыһы, бар яҡлап та талант эйәһе булған Рәил Сәфәрғәле улы Хәсәновтарҙың хеҙмәте ҙур. Уларҙың уҡыусылары йыр,ҡурай буйынса район,зона,республика һәм региональ конкурстарҙа уңышлы сығыш яһайҙар,еңеүселәр булалар,призлы урындар яулайҙар. Мәҫәлән, Рәхимов Ғайса «Ирәндек моңдары» йыр конкурсында 2-се урын, «Сулпылар» телевизион конкурсында 3-сө урын, «Яҙғы тамсылар» район конкурсында 1 –се урын, Мырҙағәлин Мозафар «Йырла башҡорт балаһы» район конкурсында 1-се урын, «Яҙғы тамсылар» Урал аръяғы башҡарыусылар конкурсында 3-сө урын яуланылар.

Ниғәмәт мәктәбе коллективы бөгөнгө көндә лә электән килгән данлы традициялар нигеҙендә уҡытыу-тәрбиә эшендә яңылыҡҡа ынтылып йәшәй һәм эшләй.

Ринат Һибәтуллин.

41. Сафиуллин Сафа Фазулла улының мәҙәктәре.

Атай менән Баймаҡҡа ат менән баҙарға барҙыҡ. Баҙар һуңында белештәргә индек. Сәй эскәндән һуң мин: “Спасибо, надаелся,”-тинем. Тегеләр көлөшә башланы: “Надо сказать “наелся”,- тип мине төҙәттеләр.

Рәхмәтулла еҙнәй һөйләй торғайны. Бикештә МТС-та трактор ремонтлайбыҙ. Ялға туҡтап тәмәке көйрәтә башланыҡ. Бер урыҫ килде лә, мыйыҡлы тракторискә күрһәтеп:”Почему он не курит?”-тине. Беҙ: “Он – мулла,”-тип шаярттыҡ. Теге урыҫ:”Мне как раз мулла надо. У меня ребенок постоянно плачет. Мие сказали, мулле показать надо. Айда к нам,”-тип мыйыҡты алып ҡайтып китте. Уныһы яңғыҙ бармайым тип иптәшен дә ала. Барһалар, бала ысынлап та мыжып ята тей. Мыйыҡ ҡулдарын йыуып, “әпсен-төпсөн, бүрәнә башына сыҡһын”, тип үҙенсә өшкөрә башлаған. Теге иптәше саҡ көлмәй ултыра ти. Мыйыҡ уға:”Көлмә, көлмә, көлдөрөрһөң, бер тоҡ ондан яҙҙырырһың, көлгөң килһә, сығып көл,”- тип, баланы өшкөрөүен дауам итә тей. Иртәгәһенә урыҫ ҡыуанып, “ребенок выздоровел, спасибо,”-тип шатлығын белдергән.

Һуғыштан һуң Вәлиәхмәт ағайҙы армияла сверхсрочный хеҙмәттә ҡалдыралар. Бер йәй ауылға отпускыға ҡайтҡандарында әсәй уға әйтә ҡуя:”Улым, киленде урыҫтан алып ҡуйма инде, телен белеп булмаҫ,”-тей. Ағай, көлөмһөрәп:”Урыҫтан алмаҫмын, бәлки мәрйәһенән алырмын,”-тигән. Ул украин ҡыҙы Ольгаға өйләнде.

Баймаҡта баҙар эогәһендә беҙҙең урыҫ белешебеҙ була торғайны. Баҙарға барһаҡ, уларҙа йоҡлап йә иһә сәй эсеп ҡайта торғайныҡ. Бер барғанда улар сусҡа ите бешергән икән. Беҙҙе ашҡа саҡырҙылар. “Кушайте, кушайте,”-тип ҡыҫтай башланылар. Әсәй:”Ҡалай һимеҙ йомшаҡ ит, нимә ите икән, әллә күркә итеме,”-тип атайҙан һорай. Атай, көлөмһөрәп:”Ҡош ите тей ҙә инде, бәлки күркә ителер,”- тине. Белештәр башҡорттарға ла шулай сусҡа ите ашарға өйрәтте.

50-се йылдар аҙағы. Ауыл халҡына ат тотмаҫҡа закон сыҡты. Садиҡа апай менән Рәхмәтулла еҙнәй атын һуйып баҙарға алып баралар. Еҙнәй ит боҙа, апай һата. Апай урыҫса икмәк-тоҙлоҡ ҡына белә ине. Бер урыҫ килеп:”Это мясо конина?”-тип һорай икән. Апай:”Нет, нет, лошадь,”-ти икән. Урыҫ йылмайып китеп барған. Баҡтиһәң, урыҫтар йылҡы ите ашамай икән.

 

42. Ниғәмәт ауылы балалар ойошмаһы тарихы.

Тәрбиәле кеше, тәрбиәле быуын- якты өмөтлө киләсәкул. Балалар ойошмаһының эшмәкәрлеге йәш быуынды тәрбиәләүҙә роле ҙур. Баймаҡ районы Нигәмәт урта мәктәбе Муса Гәрәев исемендаге дружинанын төзөлөүенә 2017 йылда 64 йыл тула. 1922 йылдың 19 майында уҙғарылған РКСМ-дын II Бөтә Рәсәй конференцияһында Бөтә Союз пионер ойошмаһына башланғыс һалынһа ла, Нигәмәт ауылында 1932 йылда гына тәүге пионер отряды барлыҡҡа килә. Был мәғлүмәтте асыҡлар өсөн ауылыбыҙҙың байтак өлкән быуын кешеләре менән осрашып һөйләшергә, мәғлүмәттәр тупларға тура килде:Алтынғужин Мостафа Хажи улы, Ғәйсин Әғзәм Шөғәйеп улы, Дәүләтшин Сөләймән Сәлимйән улы, Ильясов Хәлил Баязит улы, Мырҙағәлин Йыһанур Нурғәле улы, Мырҙағәлин Әмир Ғилметдин улы, Аминева Нәғимә Заһит ҡыҙы, Мотаева Рәйсә Әхмәтшәрәф ҡыҙы, һ.б.

Ауылда 1931 башлангыс мәктәбе асылғас 1-се синыфка балаларҙы йыялар.Төрлө йәштәге балаларҙы 1 йыл уҡытҡас уҡытыусы Мәмбәтҡолов Әбүзәр пионерҙар тураһында һөйләп аңлата һәм үҙе үк пионер ойошмаһына ҡабул итә. Пионерҙарҙың йәшәү ҡанундарын өйрәтә. 7 ноябрь — Октябрь революцияһы байрамында түбәндәге уҡыусыларҙы пионерға ала:

1. Рахимов Хисмәт — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны — мәрхүм.

2. Рахимов Хөссами — Ветеран, мәрхүм.

3. Мусин Мәғҙәнур — Ветеран, мәрхүм.

4. Мусина Хөснә — ветеран, мәрхүмә.

5. Мусин Әғзәм — Ветеран, мәрхүм.

6. Валюхова Костя — һуғышта ҡала, мәрхүм.

7. Валюхова Люба — Сибайҙа, медик.

8. Ғәббәсов Ғәлиәхмәт — һуғышта ҡала, мәрхүм.

9. Рәхимова Нәзифә — мәрхүмә.

10. Гатауллин Абдулла — һуғышта ҡала, мәрхүм.

11. Гайсин Әғзәм — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, мәрхүм

1-се кластан алып 4-се класҡа тиклем Ниғәмәттә уҡыһалар, ә 5-се кластан алып 7-се класҡа тиклем күрше ауыл II Этҡолда белем алалар. 4-се класҡа Түбәнге Яйыҡбайҙан укыусылар Ниғәмәткә уҡырға киләләр.

Тәүге отрядтәргә эшләүе еңел булмай, сөнки пионерҙарҙың да, вожатыйҙарҙың да эш тәжрибәһе етешмәй. Шулай ҙа ошо йыл пионерҙары уҡырға тейеш булған бөтә балаларҙы йәлеп итеүҙә ярҙамлашалар. Комсомолецтар уҙғарған өмәләрҙә ҡатнашалар, башаҡ йыялар, бесән эшләшәләр, иген утайҙар.

Пионер отряды тормошонда китап газеталарҙы ҡысҡырып уҡыу һәм аҙаҡ әңгәмәләшеү, анализлау, ҡыҙыҡлы уйындар, йырҙар, физик культура эштәре ҙур урын ала.

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Гайсин Әғзәм Шөғәйеп  улының хәтерләүенән: «Мәктәпкә 1934 йыл уҡырға барҙым. 2-се класта пионерға индем. Ҡыҙыл галстук таҡтыҡ. Пионер булып беҙ баҫыуға йырлап бара инек, йырлап ҡайта инек. Пионерҙар тураһында уҡытыусы Раҡаев һөйләне. Ул беҙгә «Партия һәр пионерҙан бөтә ерҙә — мәктәптә, ғәиләлә, урамда ысын- ысындан, бөтә балаларға өлгө булыуына өлгәшеүҙе талап итә. Һәр бала белемле булырға тейеш,»— тип өйрәтте. 4-се класҡа килгәндә Түбәнге Яйыҡбай ауылынан пионерҙар өҫтәлде: Мурзагалин Сәйғәфәр, Мөхәмәтшин Ғәле, Хәсәнова Сабира, Аллаяров Ғәббәс. 5-се класҡа II Этҡолға барғас борғо, барабандарҙы күрҙек, пионер булғанға  ғорурлана инек. Галстуктарҙы ҙур теләк менән тағып йөрөнөк».

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ильясов Хәлил Баязит улының хәтерләүенән: «Минең пионер йылдарым өс мәктәптә үтте. 1937 йыл икенсе класта уҡығанда пионер ойошмаһы сафына индем. Ҡыҙыл төҫтәге галстук, отряд флагы, борғо менән барабан бик яҡшы хәтерҙә ҡалған. Уҡытыусы Шарипов Заһит ағай пионер тормошо тураһында һөйләп беҙҙе пионерға алды. Ниғәмәттә 4-се класты Сәлимов Тажетдин ағай уҡытты. Вожатый булып айырым кеше эшләмәне. Уҡытыусы пионер эшен үҙе алып барҙы. Ә баҫыу эштәрендә комсомол ячейкаһының берәй комсомолецывожатый булып бергә йөрөнө. Күрше ауылға йөрөп уҡыуы ауыр булһа ла беҙҙең уҡырға теләк ҙур булды. Шуға ла уҡып белем алдыҡ”

1941-1945 йылдарҙагы Бөйөк Ватан һуғышы пионерҙарға ҙур һынау алып килә. Ниғәмәт мәктәбендә һуғыш осоро пионерҙарының исемлеген төҙөүҙә Мотаева Рәйсә Әхмәтшәрәф ҡыҙы һәм Мырҙагалин Йыһанур Нургале улы зур ярҙам итте. Өлкән быуын менән был ауыр йылдарҙа пионерҙәр Тыуган илгә халыҡҡа тоғролоҡҡа, сәйәси яҡтан өлгөргәнлеккә һынау тотҡан, Еңеү яҙын якынайтыуҙа бар көсөн йәлләмәгән. Улар төшкә тиклем уҡыһалар, төштән һуң баҫыуға эшкә ашыҡҡандар, көл, тиҙәк йыйып баҫыуға тараткандар,һөйәк йыйғандар. Туғайҙарҙа йомран тотоп, тиреһен һыҙырып, киптереп тапшырғандар. Фронтка иң грамоталы кеше буларағ хаттар яҙғандар, килгән хаттарҙы укығандар. һуғыш осоронда уҡытыусылар йыш алмашынған. Әммә мәктәптә белем биреүҙе туҡтатыуга юл ҡуйылмаған.

 

 

Еңеүҙе яҡынайтыуҙа бар көсөн йәлләмәүсе

4-се класс уҡыусылары:

 


1. Алтынуғжина Хазина

2. Абайдуллина Йыанур

3. Әхмәтов Йыһанур

4. Әхмәдуллина Мөъминә 

5. Дәүләтов Ишмулла

6. Ишҡыуатов Әбделхәй

7. Исмәғилева Хәйерниса

8. Ирназарова Мөъминә

9. Кусеев Нуретдин

10. Кәримова Хәбирә

11. Муфазалов Мөбәрәк

12. Мәүлитова Бибинур

13. Мырҙағәлин Йыһанур

14. Ниғмәтуллина Сабира

15. Ниғмәтуллина Фәүзиә

16. Ниғмәтуллин Салауат

17. Усманова Сәлимә

18. Утарбаев Динислам

 

 

 


Өсөнсө класс уҡыусылары:

Аллаяров Ниғәмәт

Вәлеев Зиннур

Ғәббәсов Солтанәхмәт

Ғүмәрова Хөмәйрә

Мырҙағәлин Әхмәткәрим

Мусин Зәбих

Мусин Варис

Мәмбәтҡолов Мотаһар

Мҫәнбаева Хәнифә

Рахманғолова Сабира

Усманов Нурғәле

Танһыҡҡужина Ләүзә

Вәлеева Зәкиә

Зөлҡәрнәева Зәбирә

Юнысова Сәбилә

 

Пионерҙар «Йәш көрәшсе» газетаһын даими сығарып баралар.

Редакторы: Мырҙагалин Йыһанур Нурғәле улы.

Ағзалары: Исмәғилева Хәйерниса, Валеев Зинур.

Газета белемгә, хеҙмәткә эйә булырға һәм һәр төрлө етешһеҙлектәрҙе күреп, тәртип боҙоусылар менән көрәшергә өндәгән.Һуғыш йылдарында укытыусылар йыш алмашына, яратҡан уҡытыусылары фронтҡа китә тора. Яңылары килә тора. Шулай ҙа мәктәптә уҡыуҙы бөтөнләй туҡтауға юл ҡуймайҙар.«Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә немец фашистарын еңеү өсөн!» - тигән лозунг менән пионерҙар көстәренән килгәнсә уҡыуҙан һуң һуғышҡа киткән атай-ағайҙары урынына, апай-әсәйҙәре менән бергәләп колхозда эшләйҙәр. Яҙын- иген утайҙар, бәрәңге ултырталар, йәй- бесән йыйышалар, күбә тарттыралар, көҙөн ерҙә ятып ҡалған башаҡтарҙы йыйып тапшыралар. Колхоз малын ҡарап- тәрбиәләйҙәр, көтөүҙә көтәләр.

Мырҙағалин Йыһанур улының хәтерләүенән: «Беҙ һуғыш осоро пионерҙары колхозда тырышып эшләнек тә, уҡыныҡ та. Өйҙә әсәйҙәргә   ихлас ярҙамлаштыҡ. Пионерҙар хат яҙып фронтҡа туғандарына сәләм ебәрҙе, килгән хаттарҙы уҡыны. Ә


Поделиться с друзьями:

Поперечные профили набережных и береговой полосы: На городских территориях берегоукрепление проектируют с учетом технических и экономических требований, но особое значение придают эстетическим...

Наброски и зарисовки растений, плодов, цветов: Освоить конструктивное построение структуры дерева через зарисовки отдельных деревьев, группы деревьев...

История развития хранилищ для нефти: Первые склады нефти появились в XVII веке. Они представляли собой землянные ямы-амбара глубиной 4…5 м...

Папиллярные узоры пальцев рук - маркер спортивных способностей: дерматоглифические признаки формируются на 3-5 месяце беременности, не изменяются в течение жизни...



© cyberpedia.su 2017-2024 - Не является автором материалов. Исключительное право сохранено за автором текста.
Если вы не хотите, чтобы данный материал был у нас на сайте, перейдите по ссылке: Нарушение авторских прав. Мы поможем в написании вашей работы!

0.132 с.